КАМАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 84 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 404 кеше; 1959 — 318; 1989 — 194; 2002 — 152; 2010 — 136 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1921 й. һәм 1924 й. арауығында Бәләбәй кантонында К. (Яңы Камай) исеме м‑н нигеҙ һалынған. 1925 й. 56 йорт иҫәпкә алынған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке