ҠЫҘАШ” колхозы, АХПК. Бүздәк р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Кәпәй-Ҡобау ауылы. Составына 4 һыйыр малы фермаһы, сусҡ‑ҡ, йылҡ‑ҡ, һарыҡс‑ҡ, ҡаҙ фермалары һ.б. инә. 2011 й. 180 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 5748 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 5052 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 18,2, шәкәр сөгөлдөрө— 214,7, көнбағыш — 5,3; етештереү (т): иген — 4548, шәкәр сөгөлдөрө — 6871, көнбағыш — 143. Һыйыр малы һаны — 1284, сусҡа — 178, йылҡы — 200, һарыҡ — 475, ҡошҡорт — 1899; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 1858 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 401 г, сусҡаныҡы — 161 г, һарыҡтыҡы — 35 г; етештереү (т): һөт — 1021,8, ит — 148,3. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1930 й. “Ҡ.” к‑зы булараҡ ойошторола, 2001 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.