БАСКАКОВ Николай Александрович (9.3.1905, Вологда губ. Сольвычегодск ҡ. — 25.8.1996, Мәскәү), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1951), проф. (1969). Төрөкмән ССР-ының (1962), Ҡаҙаҡ ССР-ының (1967), РСФСР-ҙың (1967), Ҡарағалпаҡ АССР‑ының (1960) атҡ. фән эшмәкәре. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1929) шунда уҡ төрки филол. каф. эшләй. 1934 й. алып РСФСР-ҙың Яңы алфавит ҮК, 1937 й. — СССР халыҡтары телдәре һәм яҙмаһы ин‑ты, 1950 й. — СССР ФА Тел ғилеме ин‑тының (Мәскәү) төрки телдәр секторы хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре дөйөм төрки лингвистикаһы проблемаларына, хәҙ. төрки телдәр һәм уларҙың диалекттары үҫеше законлылыҡтарына арналған. Б. төрки телдәрҙең төрки халыҡтар үҫешенең төп осорҙарына бәйле яңы классификацияһын [“Төрки телдәрҙе өйрәнеүгә инеш” (“Введение в изучение тюркских языков”, 1969)]; төрки телдәрҙең грамматик төҙөлөшөнөң типологик характеристикаһын эшләй. Төрки телдәр лексикаһын өйрәнеү м‑н шөғөлләнә, башҡорт, бәшнәк, ҡырғыҙ, ҡыпсаҡ, тыва, хакас этнонимдары т‑да мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған тарихи-этимологик хеҙмәттәр серияһын ижад итә.

Хеҙм.: Историко-типологическая характеристика структуры тюркских языков. М., 1975; Историко-типологическая морфология тюркских языков. М., 1979; Историко-типологическая фонология тюркских языков. М., 1988.

Әҙәб.: 90 лет Н.А.Баскакову: сб. ст. М., 1997.

А.Ғәйхулов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика