ҠУЯН ҠОЛАҒЫ (Aegopodium), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 7 төрө билдәле, Евро‑ пала һәм Азияның уртаса бүлкәтендә, бер төрө Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ.ҡ. (зәржә) үҫә. Нәҙек горизонталь тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы яңғыҙ, көпшәле, бураҙналы, бейеклеге 50—100 см. Тамыр яны һәм аҫҡы һабаҡ япраҡтары ике бүлемле өсәрле, оҙон һаплы, өҫкөләре — өс тапҡыр теленмә, ҡыҫҡа һаплы; сегменттары аҫ яҡтан һирәк төклө, аҫҡы япраҡтарыныҡы — йомортҡа йәки йомортҡа‑ланцет формаһында, өҫкөләре — ланцет формаһында. Сәскәһе аҡ, күп нурлы ҡатмарлы ҡабарынҡы сатырға йыйылған, урамалары юҡ. Май—июлдә сәскә ата. Еме‑ ше — һалынҡы емешлек, июль—сент. өлгөрә. Киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, парк һәм баҡсаларҙа, башлыса урман һәм урман‑дала ҡырҡындыларында, һирәгерәк дала райондарында үҫә. Составында кумариндар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Баллы үҫемлек, ашарға яраҡлы үҫемлек.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке