ЙӘҺҮДТӘР (үҙ атамаһы йегудим), халыҡ, Израилдең төп халҡы. Й. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 1449,0 мең, РСФСР-ҙа — 550,7 мең; 2002 й. РФ‑та — 233,4 мең, 2010 й. — 157,7 мең кеше. Башҡортостанда 1989 й. — 4911 кеше; БР‑ҙа 2002 й. — 2367 кеше, 2010 й. — 1900 кеше. Айырыуса Өфөлә (2010 й. — 1605 кеше) тупланып йәшәйҙәр. Й. күбеһе урыҫ телендә, бер өлөшө йәһүд телендә һөйләшә. Диндарҙарҙың төп өлөшө иудаизм динен тота. Башҡортостанда йәшәгән Й. төп этник төркөмөн ашкенази (Рәсәйҙең көньяҡ‑көнбайыш райондары, Польша, Германия, Австриянан килгән күскенселәрҙең тоҡомдары) тәшкил итә. Й. Өфө һәм Ырымбур губ. күсенеүе 1859 й. һуң, Өфөлә Й. ултыраҡ тормош алып барған урындан ситтә йәшәргә рөхсәт ителгәс, башлана. Й. Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Минзәлә, Златоуст ҡҡ., Дәүләкән, Иглин аа. йәшәгән. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Й. һаны Өфө губ. 1897 й. — 722, 1939 й. 3796 кеше тәшкил итә. Хужалыҡ эшмәкәрлегенең традицион төрҙәре (нигеҙҙә, игенселек) м‑н 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Өфө губ. 40‑тан ашыу Й. шөғөлләнгән. 1917 й. Өфө өйәҙендә һәр береһендә 2,07 дисәтинә ер булған 24 йәһүд крәҫтиән хужалығы иҫәпләнә. Өфө губ. йәшәгән йәһүд халҡының төп соц. төркөмөн һөнәрселәр тәшкил иткән. Уларҙың ҡайһы берҙәре губернаға һөнәрҙәрҙең айырым төрҙәрен (ойоҡ етештереү, сыр эшләү, һабын ҡайнатыу) үҫтереү маҡсаты м‑н саҡырып алынған. Й. күбеһе токарь, слесарь, тегенсе, сәғәт оҫтаһы булып эшләгән. Өфө губ. йәһүд халҡының 16%‑ы, Ырымбур губ. 25,5%‑ы сауҙа өлкәһендә эшләгән. Й. өйҙәре йәшәгән төбәккә хас булғанса төҙөлгән, уларҙың үҙенсәлектәренә стенаның көнсығыш яғын махсус аппликациялар м‑н йә һырлап биҙәкләү (мизрах), стенаның ҡайһы бер өлөштәрен Иерусалим ҡорамын емереү иҫтәлегенә буямай ҡалдырыу йә штукатурламау һ.б. инә. Ашкенази өйҙәренең тәҙрәләре ҙур, солан, өй алды баҡсаһы булмаған. Һауыт‑һаба байрам (пасха) һәм көндәлек төрҙәргә бүленгән. Интерьерҙа шәмдәлгә ҡуйылған шәмдәрҙең (7 йә 9 шәмле менорҙар) булыуы мотлаҡ һаналған. Бетеү итеп Торанан (мезуза) махсус шрифт м‑н өҙөк яҙылған, тар оҙон футлярға урынлаштырылған һәм йөҙ тапҡырына тура килтереп ишек яңағына ҡыҫтырылған бәләкәй генә төргәк файҙаланылған. Йәһүд халҡының төп өлөшө йыш ҡына ябыҡ община булып ҡала ерендә йәшәгән, синагога, йола мунсалары (миква), ғәриптәр йорто (шпиталь), йәһүд зыяраттары уның мотлаҡ элементы булған. Традицион йәһүд ирҙәр кейеме мул итеп тегелгән күлдәктән, ҡара салбарҙан, итектән, оҙон итәкле кафтандан (лапсердак), ҡара төҫтәге ермолканан, тире м‑н ҡырпыуланған (штраймл) йә тирәсле эшләпәнән (ҡара төҫтә) торған. Ирҙәр оҙон һаҡал һәм сикәләренә төшөп торған сәс (пейсы) йөрөткән. Урамда һәм бина эсендә яланбаш йөрөү тыйылған. Доға уҡығанда һәм байрамдарҙа ирҙәр түңәрәк формалағы бәләкәй башлыҡ (кипу) кейгән. Ҡатын‑ҡыҙҙың традицион кейеме өҫтөнән алъяпҡыс бәйләнгән күлдәктән торған. Һуңыраҡ кофта һәм итәк кейеп йөрөй башлағандар. Оҙон салғыйлы, еңле, эслекле кафтан өҫ кейеме булған. Кейәүҙә булған, айырылған һәм тол ҡатын‑ҡыҙға яланбаш йөрөү тыйылған. Й. милли аш‑һыуы игенселек (иген һәм йәшелсә культуралары) һәм малсылыҡ продукттарын (ит һәм һөт аҙыҡтары) ҡулланыуға нигеҙләнгән. Һөт һәм ит аҙыҡтарын бергә ҡушыу тыйылған, уларҙы әҙерләү өсөн айырым һауыт‑һаба ҡулланылған. Й. аш‑һыуында тик яңы һауып алынған һөт кенә файҙаланылған. Тәңкәле балыҡ, ваҡ мал, һыйыр малы (ш. иҫ. ҡуш тояҡлы ҡырағай хайуандарҙың) һәм йорт ҡоштарының итен ҡулланырға рөхсәт ителгән. Һалмалы (локшн), сумарлы (кнедли) ит, йәшелсә йә һөт аштары таралған. Ҡыяҡлы һәм ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙән бутҡа, аш бешергәндәр, бәлеш әҙерләгәндәр. Картуф, сөгөлдөр, кишер ҡулланғандар, уларҙан йәшелсә рагуһы, запеканкалар (кугл) һ.б. әҙерләгәндәр. Ит аштары төрлөлөгө м‑н айырылып торған: әскелтем‑татлы соуста ҡурылған ит, рулеттар, паштеттар. Традицион аҙыҡ туралған сельдтән (форшмак), эслек һалынған балыҡтан (гефилте фиш) эшләнгән закускаларҙан; ҡамыр аштарынан — пудинг, бал ҡушылған йоморсаҡтар (тейглах), ҡайнатма йә повидлолы, сәтләүек ҡушылған, дәрсен һибеп бешерелгән рулеттар (штрудель), бисквит ҡамырынан әҙерләнгән бәлештән (леках) тора. Ашамлыҡтарға самалап ҡына төрлө тәмләткестәр (һуған, һарымһаҡ, керән, укроп, ҡара борос, имбирь, дәрсен, ҡәнәфер орлоғо) ҡушҡандар. Байрам һәм йола аштарына әсеткеһеҙ, тоҙһоҙ, һыуға ғына баҫылған, бойҙай ононан сөсө пасха көлсәләре маца (ярлылар икмәге) һәм ит, йәшелсә, фасоль һәм йомортҡанан бешерелгән челнт инә. Традицион эсемлектәргә йәҙәм шарабы, тәмләткестәр ҡушылған балдан морс, мүк еләгенән һәм башҡа емеш‑еләктән яһалған кеҫәл инә. Сәй янына балда бешерелгән торма (айнгемахц) биргәндәр, ҡайһы берҙә уны әсе ҡоймаҡҡа эслек итеп һалғандар, тәм өсөн сәтләүек өҫтәгәндәр. Ғаилә‑никах мөнәсәбәттәрендә ата‑әсә һәм уларҙың балаларынан торған бәләкәй ғаилә формаһы күп булған. Атай кеше ғаилә башлығы булған, әсә кеше айырым абруй ҡаҙанған. Туғанлыҡ атай кешенән килә, ләкин иудаизм нормалары б‑са, Й. булып йәһүд ҡатынынан тыуған йә дини ҡанундар б‑са (гиюр) Й. милләтенә күскән кеше генә һаналған. Никахта моногамия һаҡлағандар. Левират күренеше осраған. Йәһүдтәрҙең традицион байрамдары һәм йолалары дин м‑н бәйле булған: Песах (Пасха), Пурим (Йәрәбә) һ.б. Көҙөн яңы йыл байрамдары үткәргәндәр: Рош Ха‑Шана (Яңы йыл), Йом‑Кипур (Ҡиәмәт көнө), Суккот, Симхат‑Тора (Тәүрәт Шатлығы). Традицион музыка ҡоралдары: һыбыҙғы, флейта, цитра йә кинор‑көснә (гитараға оҡшаған 10 ҡыллы инструмент), тамбурин, йә тимпан (тире м‑н көпләнгән түңәрәк металл йә ағас), шофар (хайуан мөгөҙөнән эшләнгән). 15—16 бб. Италияла барлыҡҡа килгән скрипка “йәһүд инструменты” тип аталған. Фольклоры өгөт‑нәсихәтле хикәйә, легенда, мифологик хикәйәт һәм әкиәттәрҙән ғибәрәт. 1988 й. БР‑ҙа йәһүд рухи мәҙәниәтен, общиналарының үҙ‑ара бәйләнешен тергеҙеү һәм үҫтереү, милләт‑ара дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу маҡсаты м‑н “Штерн” (“Йондоҙ”) йәһүд мәҙәниәтен һөйөүселәр клубы ойошторола, 1994 й. алып уның нигеҙендә “Кохав” төбәк йәһүд йәмәғәт ойошмаһы (рәйесе — Ш.Н.Кац) эшләп килә. Уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — телде, милли традицияларҙы, тарихты һәм әҙәбиәтте өйрәнеү, хәйриә м‑н шөғөлләнеү. Йыл һайын ойошма тарафынан Песах, Пурим, Рош Ха‑Шана, Ханука милли байрамдары үткәрелә. 1991 й. башлап Өфөлә 40‑сы урта мәктәп базаһында Йәһүд йәкшәмбе мәктәбе эшләп килә. 1999 й. февр. Өфөлә йәһүд общинаһы (2000 й. алып Д.Кричевский етәкләй) теркәлә. 2002 й. күп конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат булған “Де нишумэ зингт” (“Күңел йырлай”) хоры ойошторола (етәкселәре: Е.Д.Шенкер, Р.Н.Эдельштейн, Ф.З.Гершова). 2008 й. апр. Өфөнөң Орджоникидзе р‑нында Йәһүд общинаһы үҙәгенең 3 ҡатлы бинаһы төҙөлә (архитекторы Л.Ш.Дубинский). Балалар баҡсаһы, мәктәп, мед. һәм һауыҡтырыу үҙәктәре, йола б‑са туҡланыуға нигеҙләнгән ашхана һ.б. эшләп килә.

Әҙәб.: Шкурко Э. А. Евреи в Башкортостане: полтора века истории. Уфа, 2007.

Э.А.Шкурко

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика