ҠУНАФИНА Елена Рафаэлевна (26.5. 1965, Өфө), психиатр. Мед. ф. д‑ры (2009). РФ-тың (2012), БР‑ҙың (2010) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) шунда уҡ эшләй. 1989—92 йй. һәм 1994—2003 йй. 1‑се Респ. психиатрия дауаханаһында, бер үк ваҡытта 2001 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге суд‑психиатрия экспертизаһы мәсьәләләренә, геронтопсихиатрияға, психик һәм наркологик ауырыуҙарҙы диагностикалауға һәм дауалауға һ.б. арналған. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Депрессии, связанные с генеративным циклом женщин (клиника, диагностика, лечение). Уфа, 2010 (авторҙ.); Суицидное поведение детей и подростков: социально‑психологические и клинические аспекты. Уфа, 2010 (авторҙ.); Предупреждение повторных опасных действий психически больных старших возрастных групп (аспекты психосоциальной реабилитации). Уфа, 2011.

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.