ҠЫРЫМ, Ҡырым Республикаһы, РФ субъекты. Европаның көньяҡ-көнсығышында, Ҡырым ярымутрауында урынлашҡан. Төньяҡта Украинаның Херсон өлк. м-н сиктәш, көнбайыштан һәм көньяҡтан — Ҡара диңгеҙ, көнсығыштан Азов диңгеҙе м-н йыуыла. Баш ҡалаһы — Симферополь. Юғары вазифалы кеше — башлыҡ. 1921 й. Ҡырым АССР-ы булараҡ ойошторола, 1945 й. алып Ҡырым өлк.; 1954 й. башлап Украина ССР-ы составында, 1991 й. — Ҡырым АССР-ы, 1992 й. — Ҡырым Респ., 1998 й. — Украина составындағы Авт. Ҡырым Респ.; 2014 й. алып РФ составындағы Ҡырым Республикаһы. 16 ҡаланан, 14 райондан, 56 ҡала тибындағы ҡасабанан тора. Ҡырым федераль округына инә. Майҙаны — 26,1 мең км2. Халҡы — 1895,9 мең кеше (2014). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 78 кеше/ км2. Халыҡтың тәбиғи кәмеүе — 3,0 мең кеше. Урбанизация — 62,2%; ҙур ҡалалары — Симферополь, Керчь, Ялта, Евпатория, Феодосия. Иҡтисади әүҙем халыҡ һаны — 878,1 мең кеше. Миграция иҫәбенә кәмеүе — 1,1 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 67,9, украиндар — 15,7, ҡырым татарҙары — 12,6 һ.б. Дәүләт телдәре — урыҫ теле, украин теле, ҡырым татарҙары теле. Ҡ. терр-яһы Скиф дәүләте, Боспор батшалығы, Алтын Урҙа, Ҡырым ханлығы, Рәсәйгә ҡушылғандан һуң Таврия губ. составында булған. Рус армияһы составында Бутырск пехота полкы, 1-се һәм 2-се Урал казак полктары Ҡырым һуғышында (1853—56) ҡатнашҡан.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте м-н Ҡырым Респ. МС-ы араһында сауҙа-иҡт., фәнни-техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т-да килешеүгә ҡул ҡуйылған, Ҡырым Респ. БР Вәкиллеге ойошторолған; РФ Хөкүмәте ҡарары м-н Ҡырымдың Белогорск р-ны БР-ға беркетелгән: методик һәм матди ярҙам күрһәтеү саралары б-са план раҫланған (бөтәһе лә — 2014). Башҡортостан м-н Ҡ. тыуған В.Х.Баһманов, К.В.Кумунжиев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.