ЛОҠМАНОВ Давид Дамостан улы (27.9.1959, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Үкәрле а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2010). Ростов ун‑тын тамамлаған (1986). 1976—78 йй. Үкәрле урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1986 й. алып БДАУ‑ҙа: 1995—2001 йй. бухгалтер хисабы, аудит һәм финанс ф‑ты, 2005 — 06 йй. мәғлүмәт технологиялары һәм идара итеү ф‑ты деканы, 2009 й. башлап иҡт. теорияһы һәм социология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ергә хосуси мөнәсәбәттәрҙе реформалау ин‑ттарын өйрәнеүгә, ер ресурстарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә һәм ер баҙарын үҫтереүгә арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Эволюция арендно‑рентных отношений в свете концепции институционализма. Уфа, 2004; Арендно‑рентные отношения: институциональный анализ. М., 2005.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика