БАСКАКОВ Анатолий Михайлович (18.9.1939, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Крепостной Йылайыр а. — 16.10.2010, Силәбе ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Ҡытаутамаҡ ҡ. эшсе йәштәр мәктәбе уҡытыусыһы, 1966 й. алып Ҡытау‑Ивановка, Силәбе ҡҡ. комсомол һәм партия эшендә. 1984 й. башлап Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. уҡытыусыһы, 1986 й. — пед. һәм психология каф. мөдире; 1994 й. алып Силәбе мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тының психологик‑пед. белем биреү каф. мөдире, 1999 й. — Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. эргәһендәге Пед. тикшеренеүҙәр ин‑ты директоры. Фәнни хеҙмәттәре идара итеүҙең, шәхес‑ара мөнәсәбәттәрҙең һәм эшлекле аралашыуҙың психологик проблемаларына арналған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Почёт орд. м‑н бүләкләнгән (1994).

Хеҙм.: Педагогические основы управленческого общения: теория и практика. Челябинск, 1997; Культура педагогического общения. Челябинск, 2001; Педагогическая психология управления профессиональным образованием. Челябинск, 2005.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика