ЙҮРҮҘӘНТАМАҠ ТОРАҺЫ, неолит дәүеренең археологик ҡомартҡыһы. Йүрүҙән й. тамағынан төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Өфө й. һул ярында урынлашҡан. 1951 й., 1954—55 йй. Л.Я.Крижевская тарафынан асыла һәм өйрәнелә. 860 м2 ер ҡаҙылған. Аҫҡы ҡатламында төньяҡ һәм көньяҡ морондар буйлап урынлашҡан торалар табылған. Ҡомартҡының көньяҡ өлөшөндә тире һәм күн эшкәртеү өсөн таш ҡоралдар (бысаҡ, ҡырғыстар), уҡ башағы, мөйөшлө ҡырҡҡыс, тишкес, ҡасау, балталар һ.б., керамика ярсыҡтары (ваҡ таш һәм тальк ҡушып эшләнгән, ҡыҫҡа ҡыя һыҙыҡтар, соҡорло биҙәк, киң һыҙыҡтар, тешле штамп м‑н биҙәлгән); төньяҡ өлөшөндә таш балта, уймыр, бырау, ватҡыс, ҡыҫҡыстар һ.б. табылған. 20 меңдән ашыу әйбер асыҡланған. Өҫкө ҡатламында (иртә тимер быуат) Гамаюн мәҙәниәтенә, Ҡормантау мәҙәниәтенә ҡараған һауыт ҡалдыҡтары табылған. Неолит дәүере ҡомартҡыһы ваҡытлыса торама булған, ундағы таш эшкәртеү оҫтаханаһында халыҡ саҡматаштан ҡоралдар эшләгән һәм йәнлек тиреләре эшкәрткән, тип фараз ителә. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында, Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Крижевская Л.Я. Поселения эпохи железа на северо‑востоке Башкирии //Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962.

В.Г.Котов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018