ЙОМАҒУЖА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ҡуғанаҡбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 20 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 291 кеше; 1920 — 245; 1939 — 337; 1959 — 275; 1989 — 167; 2002 — 187; 2010 — 164 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Йомағужа Ҡәйепов исеме м‑н аталған. Һуңыраҡ керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 9 йортта 105 кеше йәшәгән, 1865 й. 14 йортта — 109 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. М.И.Ҡәйепов, А.Ш.Әхмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке