ФУНКЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫНЫҢ ТУЛЫЛЫҒЫ, функциялар системаһының үҙсәнлеге. Ниндәйҙер ҡыр өҫтөндәге векторлы топологик функциялар арауығының теләһә ниндәй функцияһы ошо системаның сикләнгән һыҙыҡлы комбинациялары м-н аппроксимацияланыуынан ғибәрәт. Ф.с.т. (тригонометрик, экспоненциаль һ.б.) аппроксимация, интерполяция, спектраль синтез, спектраль операторҙар теорияһы, дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы мәсьәләләренең ҡушымталарында ҡарала. Башҡортостанда Ф.с.т. (экспоненциаль, дәрәжә функциялары, бер һәм күп үҙгәреүсәнле аналитик йәки өҙлөкһөҙ функцияларҙың классик арауыҡтарында ҡайһы бер махсус функциялар) өйрәнеү 20 б. 70‑се йй. А.Ф.Леонтьев етәкс. башланған. Экспоненталар системаһының киҫектә абсолют тулылығы (И.Ф.Красичков‑Терновский), аппроксимациялаусы агрегаттарҙың коэффициенттарының үҫә барыуын иҫәпкә алып күп үҙгәреүсәнле функцияларҙы аппроксимациялау (В.В.Напалков), экспоненталар системаһының ныҡ тулы булмауы һәм Макинтайр проблемаһы (Ә.М.Ғайсин), экспоненталар системаһы һәм бер генә булыу күмәклегенең тулылығы (Б.Н.Хәбибуллин) һ.б. өйрәнелгән.

Б.Н.Хәбибуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика