ФТОРЛЫ ПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаларында фтор атомы булған полимерҙар. Төп сылбыр составы б‑са карбо‑ (винил‑, винилиденфторид, тетрафторэтилен, трифторхлорэтилендың гомо‑ һәм сополимерҙары) һәм гетеро‑сылбырлы (фторолефиндар окистарының гомо‑ һәм сополимерҙары, фторолефиндарҙың кислород м‑н сополимерҙары), элементорганик (политрифторметилсилоксан) полимерҙарҙы айыралар. Ф.п. нигеҙендәге материалдарҙы фторопластарға (винил‑, винилиденфторидтың, тетрафторэтилендың, трифторхлорэтилендың ҡаты полимерҙары, тетрафторэтилендың этилен, гексафторпропилен, фторвинил эфирҙар м‑н ҡайһы бер сополимерҙары), фторкаучуктарға (винилиденфторидтың трифторхлорэтилен, гексафторпропилен, перфторметилвинил эфиры м‑н сополимерҙары,), фторопластлы лактар һәм эмалдәргә (фторолефиндарҙың иреүсе түбән молекуляр сополимерҙары нигеҙендә), фторлы сүстәргә (политетрафторэтилен) бүләләр. Химик, радиацияға, коррозияға, йылытыуға, атмосфераға юғары тотороҡло, ныҡлыҡҡа, түбән ышҡылыу коэф., пар һәм газ үткәреүсәнлеккә эйә, янмай йәки тоҡанып киткәс тә үҙенән үҙе һүнеүсән. Төп етешһеҙлектәре: ҡаты полимерҙарҙың һыуыҡта юғары ағыусанлығы, тарҡалғанда һәм янғанда ағыулы продукттар бүлеп сығарыуы. Органик эреткестәрҙә насар эрейҙәр йәки бөтөнләй эремәйҙәр; политрифторхлорэтилен мезитиленда, 2,5‑дихлорбензотрифторидта, поливинилиденфторид — кетондарҙа, диметилформамидта, диметилсульфоксидта эрей; тетрафторэтилендың винилиденфторид м‑н сополимеры — кетондарҙа, ҡатмарлы эфирҙарҙа эреүсән. Органик йәки һыулы мөхиттә инициаторҙар барлығында радикаллы полимерлашыу, сополимеризация, ҡайһы саҡ газ фазаһында ионлаштырыусы һәм УФ‑нурланыш тәьҫирендә алалар. Пасталар, онтаҡтар, гранулалар, эретмәләр, һыу суспензиялары һ.б. сифатында сығаралар. Ф.п. (ҡара: Полимерҙар эшкәртеү) полимер плёнкалар, химик сүстәр, лак һәм лак‑буяу материалдары, торбалар, шлангтар, сымдар һәм кабелдәр өсөн изоляциялар, контейнерҙар, химия реакторҙары, йылы алмаштырғыстар, химик һауыт‑һаба, протездар, мембраналар, металл пластиктар һ.б. етештерәләр; Ф.п. эретмәләре м‑н туҡымаларҙы мансыйҙар. Мол. м. 20 меңгә тиклемге Ф.п. — ҡоро майҙар, антифрикция материалдары компоненттары, пластик массалар һәм каучуктар тултырғыстары. Башҡортостанда фторопластан авиация һәм ракета‑йыһан техникаһы өсөн эсәктәр (Өфө агрегат производство берекмәһе), аэройыһан, атом, химия, суднолар төҙөү сәнәғәте өсөн һығылмалы үткәргес торбалар (“Гидравлика”), күсәрҙәр, пластиналар, втулкалар (“ПромПолимер” ЯСЙ); фторкаучук нигеҙендәге Р‑11, Р‑12 резина ҡатышмаларынан (“РТП” ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ), СКФ‑6 фторкаучук нигеҙендәге резиналарҙан (“Ксилон” ЯСЙ; бөтәһе лә — Өфө) — нефть эшкәртеү, химия, аҙыҡ‑түлек, машиналар эшләү сәнәғәте, металлургия өсөн тығыҙлағыс мембраналар, ҡулсалар һ.б. сығаралар.

С.В.Колесов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика