ФРОЛОВА Ирина Васильевна (12.4.1970, Өфө), философ. Филос. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ‑ның тарих ф‑тын (1992) һәм Хоҡуҡ ин‑тын (2003) тамамлаған, 1996 й. алып шунда уҡ уҡыта, бер үк аваҡытта 2009 й. башлап Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. идара итеү һәм дәүләт хеҙмәте проблемалары ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре социаль философия проблемаларына, хәҙерге көнбайыш философияһы, утопия философияһы, сәйәси философияға арналған. 80‑дән ашыу фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Социальная утопия: тип сознания, идеал и эксперимент. Уфа, 1997 (авторҙ.); Оправдание утопии: опыт социально-философской реконструкции. Уфа, 2004; Современное социо‑гуманитарное познание: опыт применения принципа дополнительности. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Р.Х.Лоҡманова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика