ФИНОГЕНТОВ Валерий Николаевич (5.7.1953, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Ҡандра-Әмин а., хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны Ҡандра а.), философ. Филос. ф. д‑ры. (1993), проф. (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975), БДПИ‑ла, 1980й. алып — Өфө планетарийында, 1982 й. БДУ‑ла эшләй. 1995 й. башлап ӨДСИ‑ла филос. каф. мөдире. 2005 й. алып Орёл аграр ун‑тында уҡыта (2008 й. башлап филос. каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре онтологияһәм танып белеү теорияһы, философик антропология, фән философияһы, тарих философияһы проблемаларына һ.б. арналған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Время, бытие, человек. Уфа, 1992; “...И ропщет мыслящий тростник”: (о бессмысленности и смысле жизни человека. О временном и вечном в бытии человека. О свободе и несвободе человека.). Уфа, 2000; Религиозный ренессанс или философия гуманизма? Мировоззренческий выбор современной культуры. М., 2009.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика