БАЛАТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 5 км, киңлеге 2,5—3 км тиклем, абс. бейеклеге 639 м. Юғалыусы һыу ағымдары (Үрек й. ҡушылдыҡтары) аҡҡан һай карстлы уйһыулыҡтар м‑н бүленгән 5 айырым тау массивынан тора. Б. көньяҡ һәм төньяҡ ситтәге өлөштәрендә текә, яланғас эзбизташлы битләүҙәр бар. Көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәре һөҙәк. Карст упҡындары күп. Өҫкө вендтың әшә серияһынан алып карбон ултырмаларына тиклемге тоҡомдарҙан тора. Ландшафтары ҡараһыу һоро урман һәм ҡараға оҡшаш тупраҡтарҙағы ҡайын, ҡарағай‑ҡайын урмандарынан ғибәрәт. Ҡаялы түбәләре һәм текә битләүҙәре ҡайын һәм ҡарағай ҡатыш тәпәш буйлы имәнлектәр м‑н ҡапланған.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика