ФИЛОСОФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ, Бөтә Рәсәй ижтимағи фәнни ойошма. Башҡортостан бүлексәһе 1981 й. Өфөлә СССР Философия йәмғиәте бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1992 й. алып Рәсәй Ф.й. исемен йөрөтә. Составында – 300‑ҙән ашыу кеше (2010). Йәмғиәт философтарҙы берләштереү, философик белем таратыу м‑н шөғөлләнә. Йыл һайын фәнни конференциялар, семинарҙар, Садиҡов уҡыуҙары үткәрә; фәнни йыйынтыҡтар нәшер итә һ.б. Мәскәү (2005), Новосибирск (2009) ҡҡ. үткән Рәсәй философик конгрестарында, 4‑се “Волга-Урал төбәгендә ислам цивилизацияһы” Халыҡ-ара симпозиумын, Рәсәй философия йәмғиәте Президиумы ултырышын (икеһе лә — Өфө, 2010) ойоштороуҙа ҡатнаша. АҠШ, ГерманияЛитва, Төркиә, Украина, Һиндостан һ.б. ил философтары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Рәйестәре: Ф.Б.Садиҡов (1981 й. алып), Б.С.Ғәлимов (1992 й. алып).

А.М.Баһауетдинов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика