ФИЛОСОФИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, философия өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Махсус (философия тарихы, онтология һәм танып белеү теорияһы, социаль философия) һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Философия фәнни дисциплина булараҡ вуздарҙа мәжбүри предметтар иҫәбенә инә. Башҡортостанда Ф.б.б. 1938 й. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында соц.‑иҡт. дисциплиналар каф. асылғандан һуң, үҫеш ала, уның базаһында 1957 й. философия каф. асыла. 2000 й. алып БДУ‑ла философия һәм социология ф‑ты эшләй, уның структураһында онтология һәм танып белеү теорияһы, философия һәм фән методологияһы каф. бар. Өҙлөкһөҙ Ф.б.б. программаһы аспирантура һәм докторантурала тормошҡа ашырыла. БР‑ҙа 50‑нән ашыу филос. фәндәре докторы, 200‑гә яҡын фән кандидаты бар. Ф.б.б. үҫешенә Д.М.Азаматов, Д.Ж.Вәлиев, Б.С.Ғәлимов, С.Ф.Елисеев, Ғ.С. Исмәғилев, А.Р. Йәнғужин, А.Ф. Кудряшёв, А.В.Лукьянов, Д.Ә.Нуриев, С.М.Поздяева, З.Й.Рәхмәтуллина, Р.Б.Сабекия, Ф.Б.Садиҡов, Ғ.Ғ. Сәлихов, В.Н.Финогентов, Ф.С. Фәйзуллин, В.С.Хәзиев, Э.М.Чудинов, Н.А.Шергенг һ.б. ҙур өлөш индерә.

А.М.Баһауетдинов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке