ФИЛОСОФИЯ (фил... һәм гр. sophía — аҡыл), кеше, йәмғиәт, донъя, Алла (дини Ф.) йәшәйешенең дөйөм мәсьәләләренә төплө яуап эҙләүгә йүнәлтелгән донъяға ҡараш тибы; тәбиғәттең, йәмғиәттең һәм фекер йөрөтөүҙең төп закондары т‑дағы фән. Антик дәүерҙә Ф. йыһан, уның ҡоролошо, тәү нигеҙе, йыһан, кеше һәм йәмғиәт араһындағы дөйөм закондар, мөнәсәбәттәр т‑дағы фән; урта быуаттарҙа Ф. дини тәғлимәткә ҡарата икенсел урынды биләгән; 17—19 бб. Ф. — йәшәйеш, кеше аңы, танып белеү механизмдары, тел т‑дағы фән; 20 б. — фән теле (неопозитивизм), тел (аналитик, лингвистик Ф.), мәҙәниәт текстары һәм уларҙың нигеҙен тәшкил иткән структуралар (структурализм һәм постмодернизм) т‑да тәғлимәт тип ҡабул ителгән. СССР‑ҙа марксистик философия өҫтөнлөк иткән. Ф. төп бүлектәре: гносеология, логика, онтология, эстетика, этика.

Башҡортостанда революция осорона тиклем урыҫ философияһы һәм башҡ. Ф. үҫешкән. Башҡ. Ф. дини-ортодоксаль, йәки суфыйсылыҡ (Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, Һ.С.Сәлихов, Ғ.Соҡорой, Т.Ялсығол һ.б.); дини-реформаторлыҡ, йәки уртаса- либераль (З.Камалетдинов, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б.), демократик-мәғрифәтселек (Аҡмулла, Ш.Бабич, М.Ғафури, М.И.Өмөтбаев) йүнәлештәре булған. БАССР‑ҙың юғары уҡыу йорттарында Мәскәү, Ленинград һ.б. философтары, ш. иҫ. А.Н.Маслин, О.В.Трахтенберг һ.б., уҡытҡан. 1960 йй. Ф. һәм фән методологияһы (нигеҙ һалыусы — Т.Ғ.Солтанғужин, уҡыусылары — Б.С.Ғәлимов, А.Ф.Кудряшёв, Д.Ә.Нуриев һ.б.); социаль философия (Ф.Б.Садиҡов; С.М.Поздяева, И.В.Фролова һ.б.), этика (Д.Ж.Вәлиев; Д.Х.Аҡбашева, З.Р.Вәлиева, З.Й.Рәхмәтуллина һ.б.) мәктәптәре барлыҡҡа килә. Д.М.Азаматовтың, Вәлиевтең, К.В. Ғирфановтың, Ғ.С.Исмәғилевтең, И.Р.Насировтың хеҙмәттәре — Башҡортостанда философик фекер тарихын; А.В.Лукьяновтың, М.А.Пушкарёваның, Н.А.Шергенгтың эштәре Көнбайыш Европа Ф.; А.Р.Йәнғужиндың, Насировтың хеҙмәттәре — Көнсығыш Ф.; Д.Ю.Васильевтың, А.П.Соловьёвтың һ.б. эштәре — урыҫ Ф.; А.Т.Бирҙиндың, Р.Р.Вәхитовтың, Ф.С.Фәйзуллиндың һ.б. хеҙмәттәре Евразия проблемаларын өйрәнеүгә арналған. БР‑ҙа философия белеме биреү үҫешә, филос. фәндәре б‑са 2 диссертация советы, Философия йәмғиәте бүлексәһе, 2 ғилми семинар, Фихте И.Г. исемендәге Өфө йәмғиәте, А.Ф.Лосев ис. дини-филос. йәмғиәт (рәйесе — Васильев) эшләй; 2001—05 йй. БДУ‑ла “Философская мысль” (“Философик фекер”) ж. нәшер ителгән.

Р.Р.Вәхитов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.