ФЕДЕРАЛИЗМ (фр. fédéralisme), дәүләтте терр‑я б‑са ойоштороу формаһы (ҡара: Федерация); РФ‑та дәүләт ҡоролошоноң нигеҙе; федератив дәүләт яҡлы булған сәйәси хәрәкәт. Ф. теорияһына нигеҙ һалыусы булып Иоханнес Альтузиус (1562—1638) иҫәпләнә. Рәсәйҙә Ф. идеялары 19 б. декабристарҙың, революцион демократтарҙың (А.И.Герцен, Н.Г.Чернышевский) сәйәси программаларында күренә башлай. 20 б. башында Социал-революционерҙар партияһы вәкилдәре федератив ҡоролош өсөн сығыш яһай. Башҡортостанда Ф. идеялары Февраль революцияһынан һуң Башҡорт милли хәрәкәте ваҡытында башҡ. интеллигенцияһы вәкилдәре (Ә.Ә.Вәлидов һ.б.) араһында тарала. АСБР “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” нигеҙендә РСФСР‑ҙың беренсе федератив берәмегенә әүерелә. 1990 йй. Рәсәй йәмғиәтендә барған үҙгәрештәр Ф. идеяларының артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә. Милли республикалар араһында суверенитет өсөн хәрәкәт башлана. Ф. нығыныуы, үҫеше һәм хәҙ. торошо Федератив килешеү төҙөүгә, күпселек республикаларҙа Президент (ҡара: Башҡортостан Республикаһы Президенты) вазифаһы индереүгә, РФ һәм республикалар Конституцияһын, ш. иҫ. БР Конституцияһын, ҡабул итеүгә, вәкәләттәр бүлешеү т‑да килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуға (ҡара: “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында”), РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советын үҙгәртеп ҡороуға, федераль округтар (ҡара: Волга буйы федераль округы) ойоштороуға, урындағы үҙидара системаһын булдырыуға, төбәктәр ҡануниәтен федераль ҡануниәткә ярашлы үҙгәртеүгә һ.б. бәйле.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.