ФӘЙЗУЛЛИН Фәнил Сәйет улы (20.5.1942, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Яңы Ҡарашиҙе а.), философ, социолог. БР ФА акад. (1991), филос. ф. д‑ры (1983), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Иглин р‑ны Турбаҫлы урта мәктәбе дир. урынбаҫары, 1967 й. алып Өфөнөң 10‑сы ПТУ‑һында уҡыта. 1969 й.  башлап ӨДАТУ‑ла эшләй: 1984—2002 йй. гуманитар белем ф‑ты деканы, 1985 й. алып философия каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1999—2004 йй. БР ФА‑ның Соц. фәндәр бүлеге акад.‑секретары, 2007—16 йй. БР ФА Гуманитар тикшеренеүҙәр ин‑тының бүлек мөдире; 2014 й. алып РФА Өфө ФҮ‑нең соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында төп хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре социаль философия, йәмғиәттең структураһы һәм социаль стратификацияһы, ижт. процестар м‑н идара итеү нигеҙҙәре, этносоциология, политология, ҡиммәттәр теорияһы һәм  ҡиммәттәр йүнәлеше проблемаларына һ.б. арналған. 700‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Н.А.Аитов ис. пр. лауреаты (2015). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2012).

Хеҙм.: Социология города. СПб., 1997; Социальная справедливость и пути её реализации в национальной политике. Уфа, 2011; Особенности этнического сознания современного общества. Саарбрюккен, 2016 (соавт.).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Текст на русском языке