ҮРНӘК ТАТАРБАШҠОРТ ТЕАТРЫ, Өфө дәүләт үрнәк татар‑башҡорт театры1919—29 йй.(башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1930 й. тиклем) эшләгән. “Үрнәк театрҙар” антрепризаһында төрлө антрепризалар һәм һәүәҫкәр коллектив актёрҙарынан үҙ аллы труппа булараҡ ойошторола, улар араһында Ф.Дулатова, Ә.Ф.Зөбәйеров, Ф.М.Латипов, М.И.Мутин, Н.Ә.Таждарова, Е.Сыртланова‑Шляхтина һ.б. Художество етәксеһе Н.Сакаев, дир. А.Мансуров. Репертуарға “Ғәлиәбаныу”, Ш.Камалдың “Хажи әфәнде өйләнә”, С.Степняк‑Кравчинскийҙың “Яңы дингә күскән” (“Новообращённый”), Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип” (“Лекарь поневоле”) һ.б. әҫәрҙәре инә. 1920 й. коллектив Бишенсе армияның сәйәси бүлеге эргәһендәге ҡыҙыл армеецтар театрҙары актёрҙары, “Нур”, “Сәйяр”, “Ширҡәт” туппалары актёрҙары З.Г.Боғҙанова, Г.Г.Казанский, М.Ә.Мәһәҙиев, Ғ.С.Саттаров, Р.Урманцева, И.М.Әлмәшев һ.б. м‑н тулылана; инструменталь ансамбль төҙөлә (Б.Болғаҡов, А.Ғәйнуллин, А.Йыһаншин, М.Мөстәҡимов, И.Тәржемәнов). 1921—22 йй. репертуарҙа 36 постановка була: Ғ.Исхаҡиҙың “Алдым‑бирҙем”, “Мөғәллимә”, Я.Вәлиҙең “Аслыҡ ҡушты”, Ф.Әмирхандың “Тигеҙһеҙҙәр”, Ф.Бурнаштың “Таһир‑Зөһрә”, К.Ғ.Тинсуриндың “Наҙлы кейәү” һ.б. 1922 й. театр 1‑се Башҡ. дәүләт драма театры (ҡара: Башҡорт драма театры) м‑н берләштерелә. Баш реж. — Мутин, режиссёрҙар итеп Ш.Вәхитов‑Шамильский һәм В.Мортазин‑Иманский тәғәйенләнә. Коллектив составына актёрҙар У.Ғәлиев, Г.Ғүмәрская, Х.Мансуровский, Ф.Сәмитова һ.б. инә. 1923 й. ижади составтан Н.Саҡаев етәкс. труппа айырылып сыға, ул “Үрнәк” тип атала (йыл аҙағында тарҡатыла); уға Х.Бохарский, И.Зәйни, Ғ.М.Минһажев һ.б.ҡушыла. В.Мортазин‑Иманский тарафынан үҙгәртелгән, ҡышын берләшкән труппа татар телендә сығыш яһауын дауам итә, бер үк ваҡытта репертуарын башҡ. әҫәрҙәре м‑н тулыландыра, йәй көнө Башҡорт Күсмә театры һәм Татар Үрнәк театры эшләй. 1924—25 йй. Татар Үрнәк театры сит ил драматургтары әҫәрҙәренән постановкалар ҡуя: У.Шекспирҙың “Гамлет”, “Отелло”, Ф.Шиллерҙың “Юлбаҫарҙар” (“Разбойники”), Д.Байрондың “Каин” поэмаһы б‑са ш. уҡ исемле спектакль.

Әҙәб.: Мәһәҙиев М.Ә. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика