ҮМӘРҒӘЛИН Тәлғәт Ғәле улы [24.1.1948, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Байғужа а. (БР‑ҙың Ишембай р-ны)], математик. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. химигы (1998), РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (2003), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991). Новосибирск ун‑тын тамамлаған (1976). 1968 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Салауат нефтехимия комб‑тында, 1978 й. – ӨДНТУ‑ла (1998 й. башлап химик кибернетика каф. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге матем. моделдәр әҙерләү һәм химик-технологик процестарҙы оптималләштереү м‑н бәйле. Ү. тарафынан күп компонентлы углеводород ҡатышмаһын горизонталь аппаратта адиабатик булмаған, берләштерелгән конденсация һәм парға әйләнеү процесын файҙаланыу юлы м-н айырыу ысулы, нефтехимик процестарҙың моделдәрен электрон хисаплау машиналарында әҙерләүҙең алгоритмик һәм программалы модулдәре уйлап сығарылған. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Процесс совмещённой многоступенчатой конденсации и испарения смеси. Уфа, 1991; Методы расчётов основного оборудования нефтепереработки и нефтехимии. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика