УЧАЛЫ МЕТАЛЛУРГИЯ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ. 1982 й. Баймаҡ ҡойоу‑механика заводының Учалы цехы базаһында Учалы ҡойоу‑механика з‑ды булараҡ ойошторола, 1992 й. алып У.м.м.э.з. (3 һәм 5 м3 күләмдәге сүместәр, КамАЗ автомобилдәре кузовтарын сығарған), 1993 й. башлап “Металлургмаш” Учалы з‑ды дәүләт пр‑тиеһы, 1994 й. — “У.м.м.э.з.” ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына йәшелсә контейнерҙары етештереү, стандарт булмаған ҡорамалдар һәм таш киҫеү цехтары ингән. 1999 й. 96 кеше эшләгән; 913 комплект арҡыры тығыҙлағыстар етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатылған.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев