УЧАЛЫ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ, ЯСЙ. Махсус кейем, обмундирование һ.б. тегеү эштәрен башҡара. Составына 2 тегеү, бесеү, сеймал әҙерләү (бөтәһе лә 1971 й. нигеҙләнгән), эксперименталь (1983) цехтар; ватин һәм синтепон бесеү участкаһы инә. Магазины бар. 2009 й. 452 кеше эшләгән; 245,0 мең комплект – махсус кейем; 15,0 мең дана – бейәләй, 3,5 – матрас һәм одеялдар, 2,0 мең дана түшәк комплекттары етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

1971 й. Өфө “Мир” тегеү ф‑каһының Учалы филиалы итеп ойошторола, 1989 й. алып хәҙ. исемен, 1997 й. – ААЙ, 2004 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев