“УФАТОРГОБОРУДОВАНИЕ”, сауҙа ҡорамалдары, мәктәп мебеле, ағас әйберҙәр етештереү пр‑тиеһы. 1953 й. Өфө сауҙа ҡорамалдары з‑ды (1988 й. мәктәп мебеле сығарыла башлай) булараҡ ойошторола, 1992 й. алып “У.” АЙ, 2002 й. — ЯАЙ, 2009 й. ябыла. Составына механика, мебель, йыйыу цехтары; бысылған ағас етештереү участкаһы ингән. 2004 й. 93 кеше эшләгән; уҡыусылар өсөн 6268 дана ултырғыс һәм 2700 дана өҫтәл, келәттәр өсөн 102 комплект стеллаж етештерелгән. Продукцияһы (100‑ҙән ашыу төр) БР‑ҙа һәм РФ‑та һатылған.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев