БАСИРОВ Әсхәт Ғиниәт улы [11.11.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡарғалытамаҡ а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 3.10.2012, БР-ҙың Дүртөйлө р-ны Семилетка а.], нефтсе. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1994). 1953 й. алып “Октябрьскнефть” НГДУ‑һында нефть сығарыу б‑са өлкән оператор, 1957—87 йй. “Чекмагушнефть” НГДУ‑һында өлкән оператор, скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры. Абдулла, Иғмәт, Йәркәй, Крещен‑Бүләк, Маншыр һәм Тамъян нефть майҙандарын үҙләштереүҙә һәм эшкәртеүҙә ҡатнаша. Скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау өсөн вышкаһыҙ ысулды файҙаланыу һәм күсмә агрегаттар индереү инициаторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1977). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Тәрж. М.Н.Моратшина 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика