“УФАМОЛЗАВОД”, ААЙ. Составына эремсек‑ҡаймаҡ, ҡабул итеү‑аппарат, автотранспорт, санитария, электр‑ремонт, компрессор цехтары, электр цехы; май бүлексәһе һәм лаборатория инә. 2009 й. 268 кеше эшләгән; айыртылмаған һөт продукцияһы – 18,5 мең т, май – 0,3, майһыҙ продукция – 4,9, сыр продукциялары – 0,2 мең т (яҡынса 80 төр) етештерелгән. Продукцияһы РФ‑та һәм БР‑ҙа һатыла.

1960 й. “Уфгормолзавод” (1931 й. нигеҙләнгән) базаһында Өфө ҡала һөт комб‑ты булараҡ асыла, 1971 й. алып Өфө һөт комб‑тының Өфө ҡала һөт з‑ды (ҡара: “Уфамолагропром”), 1988 й. башлап “Өфө" һөт з‑ды, 1994 й. алып хәҙ. исемен  һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев