УСМАНОВ Юнир Барый улы (20.9. 1931, Стәрлетамаҡ ҡ. –2.8.2012, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1950– 53 йй., 1957–59 йй., 1962–82 йй. “Сода” ААЙ‑ның (Стәрлетамаҡ) 1‑се карбонлау цехында аппаратсы, 1959 й. башлап һәм 1982–97 йй. слесарь‑ремонтлаусы. 1965 й. У. юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән. БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев