УРМАНТАУ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1959 й. Салауат р‑нында Урмантау урман участкаһы (1948 й. нигеҙләнгән) базаһында ойошторолған, 1998 й. алып МУП, 2007 й. ябылған. Составына Биәз һәм Троягыш урман участкалары ингән (икеһе лә – 1959 й.). 2003 й. 14 кеше эшләгән; 0,3 мең м3 ағас сығарылған; 0,2 мең м3 бүрәнә, түмәр һәм 0,1 мең м3 утын етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.