УЛТЫРМА, кис ултырыу, башҡорттарҙа йәш ҡыҙ һәм ҡатындарҙың бергә йыйылып күмәкләп эш эшләү һәм ял итеү өсөн үткәргән традицион йолаһы. У., ғәҙәттә, эш көндәрендә берәй ҡатындың (яңғыҙ йәиһә ире өйҙә булмағанда) өйөндә ҡул эше м‑н шөғөлләнеү (ҡара: Сигеү, Бәйләү), традицион йыһазкәрәк-ярағы эшләү, башҡорт кейеме тегеү, йөн иләү һ.б. өсөн ойошторолған. Эш ваҡытында ярыш ойошторғандар (кем күберәк йөн иләй, йомғаҡ урай һ.б.), халыҡ уйындары, шаян уйындар үткәргәндәр, йырлағандар, таҡмаҡ әйтешкәндәр, бейегәндәр, әкиәт, легенда, риүәйәт һөйләгәндәр, йомаҡ ҡойошҡандар, юрағандар. Хужабикә барыһын да башҡорт аш-һыуы м‑н һыйлаған. Шулай уҡ ҡара: Аулаҡ.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.В.Хәкимова