БАСИРОВ Миәссәр Мәғәсүм улы (25.11.1930, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Балыҡлы а. — 28.2.1983, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1952—63 йй. БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тының (ҡара: “Башҡортостан”) әҙәби хеҙм‑ре, 1964—80 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз., “Һәнәк” ж. әҙәби хеҙм‑ре, бүлек мөдире. “Мин — һинеке, тормош” тип аталған тәүге китабы 1965 й. сыға. Б. поэзияһы патриотизм тойғоһо м‑н һуғарылған, әҫәрҙәренә сағылдырылған ваҡиғаларҙың драматизмы һәм сюжет киҫкенлеге хас. “Бөркөт күтәрелер үргенәм” (1968), “Йөрәгем — ғүмер сәғәтем” (1976) шиғырҙар йыйынтыҡтарында мөхәббәт һәм йәшлеккә, тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығына дан йырлай. Тыуған ауылындағы урам Б. исемен йөрөтә. Баҡалы р‑ны Ахман а. урта мәктәбендә кабинет‑музей эшләй.

Әҫәрҙ.: Бағышлау: шиғырҙар һәм поэма. Өфө, 1980; Йылдарым — елкәндәрем: шиғырҙар, автор тураһында иҫтәлектәр, бағышлауҙар. Өфө, 1997; Һағынғандыр мине ҡайындар...: шиғырҙар. Өфө, 2005.

М.Ф.Ғәйнуллин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика