ТРИКОЛ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 6— 4 бб. археологик ҡомартҡыһы. Илеш р‑ны Гремучий Ключ а. төньяҡ-көнбайыш ситендә Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. 1972 й. М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла, 1978—79 йй. В.А.Иванов өйрәнә. Дөйөм майҙаны 6 мең м2 самаһы, яҡынса 70 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ һыланған балсыҡ һәм ағас ҡойма м‑н нығытылған тупраҡ өйөмдәренән торған эске (оҙонлоғо 20 м, киңлеге 7 м, бейеклеге 1 м), урта (ошоға ярашлы 35; 8; 0,7) һәм тышҡы (оҙонлоғо 40 м, бейеклеге 0,6 м) урҙар, ике соҡор м‑н һаҡланған. Керамика Ананьин мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: И в а н о в В.А. Вооружение и военное дело финно-угров Приуралья в эпоху раннего железа. М., 1984.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018