ТӨНЬЯҠКӨНСЫҒЫШ УРМАН-ДАЛА ЗОНАҺЫ, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат р‑ндар а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 1171,1, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 247,1, сабынлыҡтар — 126,9, көтөүлектәр— 151,3, урмандар — 94,6 (2008). Актив т‑ралар суммаһы (уртаса тәүлек т‑раһы 10 °С юғары булған осор эсендә) 1550—1850 °С тәшкил итә, Г.Т. Селяниновтың гидротермик коэф. —1,4. Т‑ра 10 °С юғары булған осор дауамлылығы — 110 —119, ҡырауһыҙ осор — 90 —100 көн. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 513 мм, вегетация осоронда — 248 мм. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 1,7 °С. Зонала иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген, мал аҙығы культуралары, күп йыллыҡ үләндәр һәм картуф үҫтерергә тәҡдим ителә. Һөрөнтө ерҙәрҙең тупраҡ япмаһында ҡараһыу һоро урман (50%), һоро урман тупраҡтары (20%‑тан ашыу), йыуылған һәм көлһыуланған ҡара тупраҡ (20%) өҫтөнлөк итә. Т.‑к.у.‑д.з. агротехниканың төп маҡсаттары: органик матдәнең, минераль туҡланыу элементтарының ыңғай балансын һаҡлау, тупраҡҡа эзбиз индереү, һыу эрозияһы м‑н көрәш саралары. А.х. производствоһының төп йүнәлеше — үҫешкән картуфсылыҡ һәм сусҡасылыҡ м‑н һыйырсылыҡ‑игенселек, ш. уҡ ит малсылығы. Шулай уҡ ҡара: Ауыл хужалығы зоналары.

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.