ТИШИНА Анастасия Фёдоровна (25.12.1914, Орлов губ. Мураевка а. — 11.10.2002, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1935 й. алып “Ҡыҙыл таң” з‑дында (Ленинград), 1942—71 йй. Өфө элемтә аппаратураһы з‑дында эшләй. Т. тарафынан хеҙмәт етештереүсәнлеген 2 тапҡырға арттырыуға булышлыҡ иткән метчик конструкцияһын камиллаштырыу ысулы тәҡдим ителгән. БАССР ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018