ТИМОФЕЕВ Андрей Александрович (2.10.1978, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер. Техник ф. канд. (2004). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) “Сода” ААЙ‑нда (Стәрлетамаҡ) эшләй: инженер‑конструктор, 2005 й. алып инженер, төп инженер, 2009 й. башлап лаб. мөдире; бер үк ваҡытта 2005 й. алып ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта. Т. ҡатнашлығында юғары һөҙөмтәле технологиялар һәм аҙ ҡалдыҡлы кальцинирланған сода етештереү өсөн ҡорамал эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. 13‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Илл.: А.А.Тимофеев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.