ТЕХНИК УГЛЕРОД ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. Туймазы ҡором з‑ды (ҡара: “Туймазытехуглерод”) асылғандан һуң үҫешә башлай. Техник углерод етештереү (мең т): 1960 й. — 6,9; 1970 — 11,7; 1980 — 55,5; 1990 — 64,0; 1995 — 12,6; 2000 — 9,8; 2005 — 22,3; 2009 — 20,7. Тармаҡ өлөшөнә БР нефтехимия сәнәғәте күләменең 1,2%‑ы тура килә (2004). Продукцияны ҡулланыусылар — БР һәм РФ, яҡын һәм алыҫ сит ил пр‑тиелары.

И.Ғ.Арыҫланов, И.В.Гурьянова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев