БАСИРОВ Зилфәт Рәүеф улы (15.9.1927, ТАССР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны Иҫке Ҡормаш а. — 19.11.2000, Өфө), скульптор. БР‑ҙың халыҡ (2000), БАССР‑ҙың атҡ. (1977) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). Урал биҙәү-ҡулланма сәнғәте уч‑щеһын (Түбәнге Тагил ҡ., 1955), Мәскәү урындағы сәнәғәт технология ин‑тын (1962) тамамлаған. 1955 й. алып таш уйыу б‑са художество мәктәбендә (Көңгөр ҡ.), 1962—65 йй. Абрамцево художество-сәнәғәт уч‑щеһында (Хотьково ҡ.), 1977—81 йй. ӨНИ‑лә уҡыта. БАССР‑ҙың Рәссамдар союзы рәйесе (1981—87). 20 б. 60—90‑сы йй. Башҡортостанда алдынғы скульпторҙарҙың береһе. Рәссам ижадында психологик характеристиканың сағыулығы, формалар ыҡсымлығы м‑н айырылып тороусы портрет үҙәк урынды биләй: “Комдив Ә.Бәхтизин” (1967), “Кинйә” (1974; икеһе лә — буялған гипс), “Салауат Юлаев” (1976, гипс), “Сөйөмбикәгә” (1997, пластилин). Мәҙәниәт эшмәкәрҙәре образдарын тыуҙыра: “Ш.Бабич” (1974, буялған ағас), “Баҡый Урманче” (1998, бронза, гранит), “Р.Х.Нуриев” (2000, буялған гипс) һ.б. Б. “Һалдат тосы” (1975, гипс), “Яуҙан һуң” (1984, бронза) эштәренә композицион хәл ителештең аныҡлығы, образдар ҡоролошоноң гражданлыҡ яңғырашы хас. “Раушания” (1977), “Айгөл” (1969; икеһе лә — ағас), “Романтик” (1977, гипс) эштәренән нескә лиризм бөркөлә. Б. ижадында яланғас тәнде һүрәтләү ҙур урын биләй: “Һыу ҡыҙы” (1975), “Һыу инеүсе ҡыҙ” (1983), “Алтынсәс” (1987), “Таң ҡыҙы” (1997; бөтәһе лә — ағас). Б. монументаль әҫәрҙәренә бик үк аныҡ булмаған пластик һәм киңлекле хәл ителеш хас: “1941—45 йй. Ватан өсөн һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтар иҫтәлегенә” (1967, Саҡмағош р‑ны Ҡалмашбаш а.), “Чеверёвсыларға — Дүртөйлө” мемориалы (1974, Дүртөйлө ҡасабаһы), “Киләсәкте төҙөүселәргә” ансамбле (1978, Нефтекама ҡ.; А.П.Шутов м‑н берлектә). В.И.Ленин (1969, 1976), Х.Р.Әхмәтғәлин (1966), Б.Я.Нуриманов (1986), Ғ.Ғ.Ибраһимов (1987), Аҡмулла (1990) бюстары авторы. Б. Опера һәм балет театры фасадына ҡуйылған Терпсихора м‑н Евтерпа музаларының аллегорик һындарын ижад итә (1993; икеһе лә — баҡыр). Төрлө график портреттар, пейзаждар, ш. уҡ лирик шиғырҙар авторы. 1967 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1978, 1987, 1992, 1994, 1998). Эштәре БДХМ, Милли музей, РФ Мәҙәниәт министрлығы музейы, Аҡмулла М. музейы коллекцияларында һаҡлана. Аҡмулла ис. пр. лауреаты (1993). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986). Иҫке Ҡормашта Б. музейы асылған.

Әҙәб.: Зильфат Басыров. Лики людей — лики времени. Монументальная скульптура. Уникальная графика. Поэзия: каталог/ авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1998.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика