ТЕРЕНТЬЕВ Алексей Григорьевич (17.1.1936, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Преображенка а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Преображеновка а.), математик. Сыуаш Респ. Милли фән һәм сәнғәт академияһының акад. (1994), физика‑матем. ф. д‑ры (1974), проф. (1976). РФ‑тың (2008) һәм Сыуаш АССР‑ының (1980) атҡ. фән эшмәкәре. А.Гумбольдт ис. Берлин ун‑тын тамамлағандан һуң (1960) Н.Г.Чеботарёв ис. Математика һәм механика ҒТИ‑нда (Ҡазан) эшләй. 1968 й. алып Сыуаш ун‑тында: 1971—76 йй. физика‑матем. ф‑ты деканы, 1978 й. башлап ғәмәли матем. каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1983—92 йй. фәнни эштәр б‑са проректор. 2003 й. алып Мәскәү асыҡ ун‑тының Чебоксар политехник ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге гидродинамикаға, электродинамикаға, ҡайталыусанлыҡ һәм фильтрлау теорияларына арналған. Т. тарафынан сингуляр һәм полигармоник функциялар өсөн сик мәсьәләләрен сисеүҙең аналитик һәм һан ысулдары уйлап табыла, үткәргесте йыһан тиҙлегенә тиклем көсәйтеү т‑дағы вариациялы мәсьәлә эшләнә һәм сиселә, кавитациялы ағымдарҙың матем. теорияһы һ.б. төҙөлә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Сыуаш Респ. Дәүләт пр. (2011), А.И.Седов ис. пр. (2011) лауреаты.

Х е ҙ м.: Математические вопросы кавитации. Чебоксары, 1981; Граничные задачи линейной гидродинамики. Чебоксары, 1984 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.