ТАРАСЕНКО Николай Евдокимович [9.5.1908, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Калиновка а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) – 20.7.1974, Дәүләкән ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. механизаторы (1967). 1934 й. алып бригадир, 1941 й. – өлкән механик, 1954–68 йй. Дәүләкән механика з‑дында директор. 1947 й. Т. хеҙмәтләндергән к‑здарҙа арыштың уңдырышлылығы 21,3 ц/га тиклем күтәрелгән, етештереү (шартлы тракторға) – 869 га (респ. уртаса – 482 га). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1948).

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев