ТАҺИРОВ Фәхрәзи Әхмәҙиә улы [23.5.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Бәләкәй Үтәш а. (БР‑ҙың Ғафури р ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1975). 1948 й. алып “Башкирэнерго” район энергетика идаралығының (Өфө) Үҙәк электр селтәрҙәрендә электромонтёр, 1953 й. — мастер, 1964—88 йй. өлкән мастер. Респ. электрлаштырыуҙа, электр тапшырыу линияларын эшләү һәм төҙөүҙә ҡатнаша. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.