ТОРА, археологик ҡомартҡы, таш быуаттың нығытылмаған торамаһы. Башҡортостанда 200‑гә яҡын Т. табылған; башлыса йылға йәки күл буйҙарында, һирәгерәк мәмерйәләрҙә (Байсланташ, Муйнаҡташ) урынлашҡан. Иң боронғо Т. палеолит осорона ҡарай (Мулла, Урта Түбә һ.б.). Шулай уҡ мезолит, энеолит Т. осрай. Т. торлаҡ ҡалдыҡтары табылған (Сауыҙ торалары, Суртанды торалары һ.б.), неолитта кеше ҡәберҙәре осрай башлай (Дәүләкән, Ҡара яҡуп археологик комплексы һ.б.). Ҡайһы бер Т. саҡматаш эшкәртеү оҫтаханалары булған (Йүрүҙәнтамаҡ тораһы, Ҡарағайлы һ.б.). Т. материалдары эш ҡоралдарынан (микролит, бысаҡ һымаҡ пластина, нуклеус, сүкеш, тишкес, ҡырҡҡыс, ҡырғыс, уймыр, балта, һөйәк гарпун), ҡоралдан (таш һәм һөйәктән эшләнгән уҡ башаҡтары, һөңгө остары һәм һөңгөләр), ш. уҡ неолит осоро керамикаһынан ғибәрәт. Т. күпселеге күп ҡатламлы торамаларға ҡарай, был Көньяҡ Уралға халыҡ килеп ултырыуҙың төрлө этаптарын күҙәтергә мөмкинлек бирә.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.