ФУЗЕЕВ Борис Дмитриевич (26.3. 1923, Абдулла ҡ. — 21.9.1997, Өфө), скульптор. БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1969) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1954). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү ҡулланма һәм биҙәү сәнғәте ин‑тын тамамлаған (1952; педагогы М.Г.Манизер). 1953 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1964—65 йй. БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Башҡ. скульптураһындағы “ҡырыҫ стиль” вәкилдәренең береһе. Ижадында форма яһауҙың реалистик принциптарын ҡулланыу яҡлы булыуы м‑н айырыла. Ф. үҙ заманының портрет йылъяҙмаһын барлыҡҡа килтерә: “Оператор” (1962, яһалма таш), “Башҡорт ҡыҙы” (1967, сүкелгән баҡыр), “Ҡыҙыл башҡорт” (1969, ағас), “БАМ төҙөүсе йәш егет” (1984, мәрмәр) һ.б. Респ. тәүгеләрҙән булып монументаль‑биҙәү (“Победа” к/т фасадындағы скульптура төркөмө, 1955) һәм мемориал (Г.Ғ. Сөләймәнова ҡәберендәге һәйкәл, 1970; икеһе лә — Өфө) сәнғәтенә мөрәжәғәт итә. М.М. Шайморатовҡа (Ҡырмыҫҡалы р‑ны), Т.К.Көбәкәевкә (Ҡалтасы р‑ны; икеһе лә — 1963) һәйкәл‑бюстар, В.И.Ленинға (1966, Стәрлетамаҡ ҡ.), “Башҡорт нефтен тәү башлап асыусыларға” (1969, Ишембай ҡ.; архитекторы Л.В. Хихлуха), Ш.Ә. Хоҙайбирҙинға (1981, Өфө; архитекторы Ф.И.Рехмуков; бөтәһе лә — Т.П. Нечаева м‑н берлектә), “Татар нефтен тәү башлап асыусыларға” (1973, Лениногорск ҡ.; архитекторы А.В.Печеркин) һ.б. һәйкәлдәр авторы. 1954 й. алып күргәҙмәләрҙә, ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1963), Өфө (2003). Эштәре БДХМ, РФ Мәҙәниәт министрлығы коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). Өфөлә Ф. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Борис Фузеев. Скульптура: альбом-кат. /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2004.

Ф.М.Миңлеғолова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Текст на русском языке