ФОТОСӘНҒӘТ, фотоға төшөрөү юлы м‑н башҡарылған сәнғәт ижады төрө. Ф. документаль һәм ҡулланма (плакатта, китап графикаһында, рекламала һ.б. ҡулланыла), художество фотографияһына айырыла. Башҡорт йәйләүҙәрен кәүҙәләндергән, ш. уҡ Өфөөйәҙендә төшөрөлгән боронғо, иң тәүге фотографиялар 1860 йй. уртаһына ҡарай. 19 б. аҙ. – 20 б. башында Николай II ҡушыуы б‑са Башҡортостанға фотограф С.М.Прокудин‑Горский ебәрелә, ул тәүге төҫлө фотографияларҙы эшләй. Шул уҡ осорҙа А.А.Зирах был сәнғәт м‑н шөғөлләнә. Революцияға (1917) тиклем Бәләбәй, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. һәм ҡайһы бер ҙур ауылдарҙа шәхси фотосалондар булған, уларҙа документаль һәм художество фотографияларын эшләгәндәр. 1915 й. Өфөлә 9 фотосалон, совет осоронда И.К.Волков, А.В.Орловтарҙың, “Хеҙмәт һәм сәнғәт” (“Труд и искусство”), “Сәнғәт” (“Художественная”) һ.б. фотосалондары була. 40‑сы йй. Ф. өлкәһендә хәрби фотохәбәрселәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар Г.Ф.Авраменко, А.М.Виноградов, М.А.Герасимов, Ә.З.Зараев, Е.А.Халдей һ.б. эшләй. 50—60‑сы йй. бик күп фотостудиялар барлыҡҡа килә. Тәүге һәүәҫкәрҙәр коллективы 60‑сы йй. башында “Ленинец” гәз. эргәһендә ойошторола, уға төрлө йылдарҙа Р.М.Гәрәев, В.А.Стрижевский, В.А.Волков етәкс. итә. 1960 й. Өфө фотоэштәр фабрикаһы (ҡара: “ФотоНУР”) асыла. 1973 й. Өфөлә Халыҡ ижады үҙәге эргәһендә “Урал” фотоклубы, 1976 й. “Ағиҙел” кинофотоклубы ойошторола (нигеҙ һалыусыһы һәм етәксеһе Р.И.Килмәмәтов). 1977 й. “Ағиҙел” Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (Мәскәү) лауреаты була. 1979 й., 1984 й. клуб ағзалары эштәренең коллекцияһы СССР ВДНХ‑ының (Мәскәү) бронза миҙалына, 1980 й. “Кадр” Халыҡ‑ара фотокүргәҙмәһендә (Армавир ҡ.) көмөш миҙалға лайыҡ була. 80‑се йй. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында (Мәскәү, 1984; Чита, 1985) башҡ. Ф. аҙнаһы үткәрелә, респ. тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бөтә рәсәй ижади лаб. ойошторола. Башҡ. фоторәссамдары (Р.К.Баҙыҡов, В.П.Ваног, Виноградов, А.Б.Ғәлиев, Р.Ғ.Исламов, В.Я.Карабанов, В.Б.Меднов, Н.П.Пашковский, М.И.Пуземский, Г.Л.Самойлова, С.Н.Трибунский, С.А.Шемагонов, В.Р.Әлимов һ.б.) ватан һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. О.А.Машковский һәм А.Кичигин “Интер‑прессфото” Халыҡ‑ара художество фотографияһы күргәҙмәһендә (Мәскәү) — алтын миҙалдарға, Килмәмәтов “Европа” күргәҙмәһендә (Барселона ҡ., Испания, 1981) бронза миҙалға лайыҡ була. “Ағиҙел” кинофотоклубы инициативаһы м‑н 1982 й., 1989 й. Өфөлә “Ағиҙел” Бөтә Союз фотокүргәҙмәһе ойошторола, унда Бәләбәй, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ., Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы р‑ндарының, ш. уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, Латвия, Молдавия, Украина, Эстония фотоклубтары ағзаларының эштәре күрһәтелә. Респ. клубтарының эштәре Гомель, Краснодар, Минск, Могилёв, Мәскәү, Мурманск, Чита, Әстерхан ҡҡ. күргәҙмәгә ҡуйыла. 1986 й. “Ағиҙел” Ф. өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн СССР ВДНХ дипломы м‑н бүләкләнә. 1986 й. Башҡ. респ. кинофотоһәүәҫкәрҙәре федерацияһы ойошторола (1991 й. тиклем эшләй; рәйесе А.М.Адеев), ул ауыл клубтары, мәктәптәре һәм китапханаларына тәғәйенләнгән “Башҡортостан ере һәм кешеләре” документаль һәм художество фотографияһы күргәҙмәләрен ойоштороу м‑н шөғөлләнә; фотохәбәрселәргә методик ярҙам күрһәтә һ.б. Журналистар союзы м‑н берлектә Татарстан һәм Сыуаш АССР‑ында, Германияла, Монголияла, Төркиәлә республика т‑да күргәҙмәләр әҙерләнә. 1990 й. федерация “Башҡорт фотографияһы” йыл һайын үткәрелә торған респ. фотоконкурсын уҙғара. Конкурстың тәүге Гран‑приһын Исламов яулай. Ф. өлкәһендә ш. уҡ Виноградов, Н.Х.Ғәлиев, А.А.Пестрецов, Шемагонов эшләй. 1999 й. Ғәлиев “Уралымдың төрлө төҫтәре”, 2005 й. — “Асылыкүл”, 2007 й. Пестрецов “Бына минең тыуған илем! Башҡортостан” һ.б. фотоальбомдарын сығара. Республикала Ф. артабанғы үҫешенә Фоторәссамдар союзы ойошторолоуы булышлыҡ итә. 1992 й. Союз “Донъя фотографтары экология өсөн” акцияһы сиктәрендә Тверь—Өфө (70 илдән 86 фотограф ҡатнаша), 1993 й. Өфө—Әстерхан—Өфө (Башҡортостан, Рәсәй, Ҡытай ҡалалары фотографтары) маршруттары б‑са фототурҙар ойоштора, һөҙөмтәлә “Волга буйлап түбәнгә табан” берлектәге фотоальбом ижад ителә. 1990—2000 йй. фоторәссамдар Т.В.Андреева, С.В.Барабаш, А.Ю.Витковская, И.Денисов, И.Т.Елизарьев, С.А.Крамсков, Н.В.Марочкин, Р.Н.Никонов, А.С.Обухов, В.В.Трофимов, Э.Р.Ураков, Р.Б.Ямалов, О.В.Яровиков һ.б. эшләй. Реклама фотографияһы өлкәһендә Ф.К.Абсаттаров, О.Л.Наумова, А.Г.Хәсәнов һ.б. ижад итә. “Объектив һәм тормош”, йәш рәссамдарҙың “Мин йәш” респ. фотокүргәҙмәләре, Еңеү көнөнә арналған (“Ветерандар, ордендарығыҙҙы тағығыҙ”, “Еңеү салюты”, “Был Еңеү көнө”, “Еңеү һалдаттары” һ.б. документаль һәм художество фотографиялары), “Ҡатын‑ҡыҙ ҡарашы”, “Яңы исемдәр”, “Башҡортостанда һунар һәм тәбиғәт” күргәҙмәләре (бөтәһе лә – Өфө) үткәрелә. 2001 й. Өфөлә “Реклама, полиграфия, китап салоны донъяһы” махсус фотокүргәҙмә сиктәрендә беренсе Реклама, китап графикаһы һәм полиграфия оҫталарының төбәк конкурсы уҙғарыла. Республиканың ҡала һәм райондарында күсмә фотокүргәҙмәләр ойошторола: Килмәмәтовтың “Туймазы һәм туймазылар” (Туймазы ҡ.), “Дүртөйлөләр” (Дүртөйлө ҡ. һәм Дүртөйлө р‑ны; икеһе лә – 2005) һ.б. шәхси фотокүргәҙмәләре. Респ. фоторәссамдары Рәсәйҙә һәм сит илдә үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаша. Күргәҙмәләр ойошторола: “Объективта Европа” акцияһы сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһы” (Рим, Флоренция ҡҡ., 2002), “Башҡортостан Республикаһы” (2003), “Баден күле өҫтөндәге фажиғә” һәм “Йөрәктән йөрәккә” (2004; икеһе лә – Люберленген, Оверленген ҡҡ.), “Башҡортостан”, Килмәмәтовтың шәхси күргәҙмәләре (икеһе лә – Берлин, Страсбург; 2005), “Башҡортостан бөгөн” (Лион, Париж ҡҡ., 2005) күргәҙмәләре, “Ерем минең — Башҡортостан” (С.‑Петербург, 2006; Истанбул ҡ., 2008), Башҡортостан (Анкара, Ҡаһирә, Хургада ҡҡ., бөтәһе лә – 2010) документаль һәм художество фотографиялар күргәҙмәләре. Төркиәлә БР көндәре (Истанбул, 2006) сиктәрендә “Ерем минең — Башҡортостан” (һуңынан Астана, Ноябрьск ҡҡ. күрһәтелә), “Һабантуй”, Килмәмәтовтың “Ҡояш балалары”; Мәскәүҙә БР көндәре (2007) сиктәрендә “Башҡортостан минең йөрәгемдә”; ЮНЕСКО‑ның штаб‑квартираһындағы БР‑ҙың халыҡ‑ара презентацияһында (Париж, 2008) “Башҡортостан – донъя таланттары иле”, “Башҡортостан – Урал ынйыһы”, “Башҡортостан бөгөн” һ.б. фотокүргәҙмәләре үткәрелә. 2007 й. “Башҡортостан — минең йөрәгемдә”, “Башҡортостан – минең тыуған йортом” (икеһе лә – Килмәмәтов), “Быуаттарға һуҙылған дуҫлыҡта” (Ғәлиев, Марочкин), “Башҡортостан – үҫә барыусы төбәк” (А.В.Безруков, Р.Ф.Йосопов, Трофимов һ.б.) фотоальбомдары сығарыла. 2010 й. республикала Иран, Ҡаҙағстан, Сыуашстан, Татарстан, Төньяҡ Кипр, Төркиә, Тыва, Хакасия, Әзербайжан оҫталары ҡатнашлығында ТЮРКСОЙ ағзалары булған илдәр фоторәссамдарының 6‑сы Халыҡ‑ара ижади лаб. үткәрелә.

Р.И.Килмәмәтов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика