ФЕНИНА Эвелина Павловна (10.11.1929, Троицк ҡ. – 28.6.2014, Өфө), сәнғәт ғилеме белгесе. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1979). Рәссамдар союзы ағзаһы (1961). Ленинград ун‑тын тамамлағандан һуң (1953) БДХМ‑да эшләй (1957 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 1976 й. башлап БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейы йыйылмаһында айырым коллекциялар каталогтарын өйрәнеү һәм төҙөүгә, башҡ. һынлы сәнғәтен тикшереүгә бәйле. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. М.Н.Елгаштина (1953), В.С.Сыромятниковтың (1961) шәхси күргәҙмә, М.В.Нестеровтың БДХМ‑да һаҡланған эштәренән юбилей күргәҙмәһе (1962), Башҡортостан рәссамдарының отчёт һәм юбилей күргәҙмәләре каталогтары, “Социалистик Урал” зональ күргәҙмәләре каталогтарына мәҡәләләр (бөтәһе лә – 1950—70 йй.), уҡыу‑методик эштәр авторы.

Хеҙм.: Башкирский государственный художественный музей им. М.В.Нестерова: путеводитель. Уфа, 1981; Художники Башкортостана. ХХ век. Уфа, 2002.

Әҙәб.: Игнатенко С.В. Научно‑исследовательская работа в БГХМ им. М.В. Нестерова. История, реальность, перспективы //Сообщения Башкирского государственного художественного музея имени М.В.Нестерова: юбил. изд. Уфа, 2001.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика