ФАРТУКОВ Иван Иванович (28.7.1948, Белорус ССР‑ы Скориничи а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2002). Рәссамдар союзы ағзаһы (1983). Түб. Тагил пед. ин‑тын тамамлаған (1977). 1969 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе (1987—89). Акварель техникаһында эшләгән респ. күренекле рәссамдарының береһе (20 б. 70‑се йй. алып). Ижадында жанрҙар төрлөлөгө, ассоциатив фекерләү күҙәтелә; әҫәрҙәренең сюжеттары экспрессив формаларға, сағыу төҫтәргә нигеҙләнгән колорит, тәьҫирле образдар м‑н көслө хистәр тыуҙыра (“Карский диңгеҙенә табан”, 1984). Рәсем сәнғәте эштәренә (80‑се йй. аҙ. алып) публицистикалыҡ, гротеск формалары (“Алдағы быуат”, 1998) һәм интонацияларҙың үтеп инеүе (“Тәүбә итеү”, 1992—96), рухи көс (“Фатиха алыу”, 1993) һәм драматизм (“Баҫҡынсылыҡ”, 2008), башҡ. халҡының традициялары т‑да уйланыуҙар (“Рамаҙан айында изге эштәр”, диптих, 1997; “Йома”, 1998) хас. Архиепископ Софроний (1999), рәссам С.А.Лебедев (2006) һ.б. психологик портреттарында, ҡатын‑ҡыҙҙарҙың лирик портреттарында (“Флорида”; 2002) Ф. урыҫ рәсем сәнғәтенең иң яҡшы традицияларын дауам итә. Шулай уҡ скульптура, монументаль сәнғәт өлкәһендәэшләй. 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә, 1994 й. — халыҡ‑ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1984, 1996, 1998, 2008), Гамбург (1995, 1997; Германия), Күмертау, Салауат (1996), Нефтекама (1997) һ.б. ҡалалары. Эштәре БДХМ, ТР‑ҙың Һынлы сәнғәт музейы (Ҡазан), Красноярск, Сыуаш художество музейҙары, “Урал” галереяһы (Өфө), Өфө (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Новосибирск, Магнитогорск художество галереялары һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Иван Фартуков. Дорога к храму: каталог. Уфа, 2008.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика