ФАЗЫЛОВ Хатип Сәрүәр улы (25.4.1960, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Яңауыл а.), рәссам. РФ‑тың (2012), БР‑ҙың (2001) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1979; педагогы Л.Ф.Мөғтәбаров). 2003 й. алып БР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 2004 й. – рәйесе, бер үк ваҡытта 2006—10 йй. “Башҡортостан рәссамы” ЯСЙ, 2011 й. башлап “Ижад” ААЙ ген. директоры. Ф. үҙенсәлекле ижады тарихтың яңы сиктәрен, башҡорттарҙың көнкүрешен аса, уларҙың милли характерын һәм донъяға ҡарашын сағылдыра. Ф. пейзаждары (“Урал аръяғы”, 1985; “Ноябрь”, 1987) башҡ. далалары, тауҙарының эпик мөһабәтлеген, донъяның мәңгелеген сағылдыра; хәҙ. ауыл тормошон (“Бесән өҫтө”, 1988) һәм тарихты (“Иҫке мейес”, “Кис. Тамъяндар станы”; икеһе лә – 1996) үҙенсә аңлау аша кәүҙәләндерә. “Сәсән” (1998), “Мөғәллим. Халыҡ уҡытыусыһы” (1999), “Рогервик маршы” (2003) эштәрендә халҡының ҡаҡшамаҫ рухын, сыҙам холҡон, тәрән аҡылын яҡшы аңлауы, образдарҙы дөйөмләштереп сағылдырыуы; “Автопортрет. Миҙгелдәр аша” (1998), “Абдрахман” (2000), “Илау” (2007) символик‑метафоралы әҫәрҙәрендә кешелек дәрәжәһе, гуманизм, традицияларға тоғролоҡ т‑да уйланыуҙар күҙәтелә; уларҙа Ф. реалистик рәсем сәнғәте стилләшкән пластикаға һәм биҙәү сәнғәтенә тартыла. “Артыш” ижади берекмәһе етәксеһе (1995 й. алып). 1980 й. алып күргәҙмәләрҙә, 2000 й. — халыҡ‑ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1989, 2010). Эштәре БДХМ, Халыҡтар дуҫлығы йорто, “Урал” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Магнитогорск картиналар галереяһы һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Оло Волга” Төбәк художество күргәҙмәһе (Саранск), Салауат Юлаевҡа һәм уның көрәштәштәренә арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт эшенә Респ. конкурсы (Өфө; икеһе лә – 2004) лауреаты.

Әҙәб.: Творческое объединение “Артыш”: избр. произведения: каталог /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2002.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика