БАРЫШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 4 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 44 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 224 кеше; 1959 — 173; 1989 — 109; 2002 — 120; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

1921 й. Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Ҡыңғыр-Мәнәүез а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 19 йортло а.х. артеле булараҡ теркәлгән, 30‑сы йй. аҙ. ауыл статусын ала.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика