ФАДЕЕВ Сергей Анатольевич (6.6. 1926, Воронеж губ. Ростоши а. — 24.10.1988, Өфө), график. Рәссамдар союзы (1971), Журналистар союзы (1961) ағзаһы. Елец художество уч‑щеһын тамамлаған (1955). 1956 й. алып Өфөлә йәшәй. Ваҡыт талабына яуап биргән тәьҫирле, сәйәси характерҙағы эштәр һәм плакаттар авторы: “Американдарса ирек” (1973), “Чили хунтаһының сәбе” (1975), “Тель‑Авив көйҙәре” (1977). 70—80‑се йй. карикатура өлкәһендә 400‑гә яҡын әҫәр ижад итә, уларҙа дөйөмләштерелгән гротесклы образдар аша йәмғиәттең етешһеҙлектәрен сағылдыра: “Тәбиғәт ҡосағына ялға сығыу” (ҡағыҙ, ҡәләм), “Кеше ҡарамағындағы ғаилә”, “Малярҙар”, “Кейемде бит үҙемә тегәм” (бөтәһе лә — ҡағыҙ, акв.). Эстамп өлкәһендә эшләй: “Коминтерн башҡарма комитеты 1941—1943 йй. Өфөлә” (1970 йй.) серияһы, “А.Матросов”, “М.Ғөбәйҙуллин”, “Яугир-еңеүсе” (бөтәһе лә — 1985), “В.И. Чапаев — революция һалдаты”, “С.С. Вострецов — революция һалдаты” (икеһе лә — 1987). “В.И.Ленин 1900 йылда Өфөлә”, “Хәрби Өфө” (1978—87) сериялары авторы. Китап графикаһы өлкәһендә Башҡ‑н китап нәшриәте (ҡара: “Китап”), “Ағиҙел”, “Пионер”, “Һәнәк”, “Крокодил” (Мәскәү) ж. м‑н хеҙмәттәшлек итә. 1961 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ коллекцияһында һаҡлана.

Әҙәб.: М е о с  В.Э. Светлый снег памяти. Уфа, 2002; Художники Республики Башкортостан: альбом-кат. Уфа, 2009.

М.Л.Әхмәҙуллин

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.