“ФРАНЦУЗ ЯУЫ БӘЙЕТЕ” (“1812 йылғы һуғыш тураһында бәйет”), башҡ. бәйете. Тәүге тапҡыр 1967 й. Н.Д.Шоңҡаров БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Үрге Муйнаҡ а. Ғөбәйҙулла Хәмиҙуллиндан яҙып ала, “Башҡорт халыҡ ижады. Бәйеттәр” (1978) китабында баҫтырыла. Әҫәр кинәйә, ирония м‑н һуғарылған, бер үк ваҡытта юғары героик пафосҡа ҡоролған. Ватан һуғышына (1812) бәйле ижад ителгән. Бәйеттә һуғышта барған ваҡиғалар т‑да хикәйәләнә, ш. уҡ боронғо хәрби йола: иң һуңғы дошманды тере ҡалдырып, уның арҡаһынан бер киҫәк тиреһен ҡырҡып алыу һүрәтләнә. Ҙур булмаған диапазонға (октава) ҡоролған көй мажор пентатоникаһына нигеҙләнгән.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.11. Баиты. Уфа, 2004.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Нотная запись баита

Текст на русском языке